

Ғафури районының Мәндем ауылында йәшәүсе үҙенең хужалығы өсөн өс ҡайын киҫкән, тип хәбәр итә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Урындағы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Экология» операцияһы барышында енәйәтсенең кем икәнлеген асыҡлаған. 46 йәшлек ауыл кешеһе ағастарҙы ҡырҡҡан һәм уларҙы үҙенең участкаһына алып ҡайтҡан.
Полицейскийҙар ғәйепләнеүсенең ағастарын һәм бензин бысҡыһын, автомобилен тартып алған. Законһыҙ ағас ҡырҡыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Т. Аманов