Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Август 2022, 09:55

Уртаса уңыш - гектарынан 30 центнер

Республикала ураҡ эштәрененең ҡыҙған мәле.  

Уртаса уңыш - гектарынан 30 центнерУртаса уңыш - гектарынан 30 центнер
Уртаса уңыш - гектарынан 30 центнер

 

Бөгөн республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүҙе тамамлай. Иген культураларын йыйыу һәм ужым арышын сәсеү дауам итә. Хужалыҡтарҙы 1754 мең гектарҙа ураҡ эштәре көтә.Әлеге көнгә  иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 42 проценттан  ашыуы  сабылған, майҙандарҙың 40 проценты йәки 746 мең га һуғылған . Тулайым уңыш 2 миллион 104 мең тонна иген тәшкил иткән. Уртаса уңыш - гектарынан 30 центнер . Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һуғыу буйынса алдынғылар - Стәрлетамаҡ (133 мең т), Илеш (120 мең т), Ауырғазы (93 мең т), Дәүләкән (85 мең т), Ҡырмыҫҡалы (85 мең т) һәм Саҡмағош (84 мең т) райондары. Ужымды йыйыу тамамланыу алдында. 13 район был эште йомғаҡлаған. Ҡайһы бер хужалыҡтар рапс, етен, горчица йыйыуға төшкән, силос әҙерләй башлағандар.

Был хаҡта бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте вице-премьеры, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас