Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Август 2022, 04:45

Бындай хәбәрҙе Радик Юлъяҡшиндан бер кем дә көтмәгән ине

Артист тура эфирҙа барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе.

Бындай хәбәрҙе Радик Юлъяҡшиндан бер кем дә көтмәгән инеБындай хәбәрҙе Радик Юлъяҡшиндан бер кем дә көтмәгән ине
Бындай хәбәрҙе Радик Юлъяҡшиндан бер кем дә көтмәгән ине

Билдәле эстрада йырсыһы Радик Юлъяҡшин бынан алда Өфөнән Мәскәүгә күсергә йыйыныуын иғлан иткәйне, «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ндағы тапшырыу эфирында ул Башҡортостан тамашасыһы менән эш итеүен тамамламауы хаҡында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ул ижадын туған телдә дауам итәсәк.

- Мәскәүгә күсеү - минең йырлауҙан туҡтауымды аңлатмай. Мин шулай уҡ башҡортса йырлауымды дауам итәсәкмен, әммә күберәк русса ижад итәсәкмен, - тип аңлатты Юлъяҡшин.

Шулай уҡ башҡарыусы популяр проектты - Элвин Грейҙы юҡ итергә йыйынмауын белдерҙе.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас