Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Август 2022, 03:35

Мәктәп емерелгән

Бинаны нимә эшләтәсәктәре билдәле булды.

Мәктәп емерелгәнМәктәп емерелгән
Мәктәп емерелгән

Быйыл июль аҙағында өлөшләтә емерелгән Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбе филиалы урынында яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлә.

Бөрө районы етәкселеге хакимиәт башлығы Антон Талаловтың социаль сәхифәһенең битендә халыҡтан онлайн һорау алыу йомғаҡтары буйынса ошо ҡарарҙы ҡабул иткәндәр. Объектты һүтеү өсөн 4565 кеше тауыш биргән ( респонденттарҙың 54%).

«Махсус ведомство-ара комиссия бинаны тикшереп сыҡты һәм уның насар торошта булыуын, файҙаланыу өсөн яраҡһыҙлығы тураһында акт төҙөнө. Капиталь ремонт иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашһыҙ булғанлыҡтан, объект емереү ысулы менән һүтеләсәк», - тип билдәләне райондың мәғариф идаралығы начальнигы Владислав Резнов.
Шулай уҡ киләсәктә бында уҡтан атыу буйынса спорт мәктәбе барлыҡҡа киләсәк - хәҙер белгестәр уның проектының техник эшен әҙерләй.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас