

Беренсе асҡыс. Һин – бик аҡыллы кеше, уйлап эшләргә, һәр бер хәлгә һығымта яһарға яратаһың.
Икенсе асҡыс. Һөйкөмлө, ҡыйыу кешеһең, был асҡысты һайлауың һинең ижади шәхес булыуыңды күрһәтә. Нимә теләйһең, шуға еңел ирешәһең.
Өсөнсө асҡыс. Бик тәүәккәл кешеһең, яңы уй-фекерҙәргә байһың. Үҙгәрештәр һине ҡурҡытмай. Мажаралар яратаһың.
Дүртенсе асҡыс. Бик әүҙем, шат күңеллеһең. Оптимист кешеһең. Изге күңелле булғаның өсөн кешеләр ҙә бик ярата.
Бишенсе асҡыс. Бик хыялый, ижади, ҡыҙыҡ холоҡло кешеһең. Үҙенсәлекле кеше булғаның өсөн ҡайһы берҙә тирә-яҡтағылар аңлап етмәй.
Алтынсы асҡыс. Классик асҡысты һайлауың аҡыллы икәнеңде күрһәтә. Теләһә ниндәй мәсьәләне лә хәл итә алаһың.
Фото: Т. АМАНОВ.