Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2022, 05:19

Юл фажиғәләре - 18 август

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун бер автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун бер кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 38 эскән водителде тотҡан, шуларҙың алтауһы ошоға тиклем дә иҫерек килеш машина йөрөтөп, инспекторҙарға эләккән булған.

Юл фажиғәләре - 18 августЮл фажиғәләре - 18 август
Юл фажиғәләре - 18 август

Бер тәүлектә иҫерек водителдәр ғәйебе менән өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Иртәнге сәғәт һигеҙенселә Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 21 йәшлек иҫерек егет "ВАЗ-21093" машинаһында юл кәртәһенә барып бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә уның 25 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр алған. Тикшереү водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,551 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Шулай уҡ иртән Салауат ҡалаһының Калинин урамында "ВАЗ-2114" машинаһы менән "Альфа" мопеды бәрелешкән. Аварияла мопедтың водителе, 25 йәшлек егет, йәрәхәтләнгән. Автомобиль водителенең стажы бер йылдан кәмерәк, ул эскән килеш машина йөрөткән.

Киске сәғәт етенселә Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында 30 йәшлек ир "ВАЗ-21099" машинаһында 11 йәшлек велосипедсы малайҙы бәрҙергән. Ауыр йәрәхәтләнгән малай дауаханаға оҙатылған. Тикшереү күрһәтеүенсә, водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 1,237 мг алкоголь булған.

Бөтә юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереү башланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Юл фажиғәләре - 18 август
Юл фажиғәләре - 18 август
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас