Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2022, 07:31

Радий Хәбиров: "Үзбәкстан иҫ киткес матур!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Үзбәкстандың иҫтәлекле урындары менән һоҡланыуын белдерҙе.

Радий Хәбиров: "Үзбәкстан иҫ киткес матур!"Радий Хәбиров: "Үзбәкстан иҫ киткес матур!"
Радий Хәбиров: "Үзбәкстан иҫ киткес матур!"

- Үзбәкстан иҫ киткес матур, - тип яҙа Радий Хәбиров. - Бында ҡарарға урындар етерлек: Ташкент, туристик ынйылар - Сәмәрҡәнд, Бохара, Хиуа, Фәрғәнә үҙәне, Наманган... Мәҫәлән, Наманган өлкәһендә генә лә 27 тарихи объект һәм изге урын бар. Мәҙрәсә, мәсет, кәшәнә һ.б. Мин хәҙер ошонда инвесторҙар менән осрашам. 

Был гөл-сәскәгә сумған бәрәкәтле төбәкте Башҡортостан туристары ла үҙҙәре өсөн асыуын теләр инем, ти республика Башлығы.

Әлеге ваҡытта Өфөнән Үзбәкстанға ике рейс бар: йәкшәмбе һайын самолет - Ташкентҡа, шаршамбы көндәрендә Наманганға оса. Әгәр ҙә был йүнәлештәргә халыҡ күп булһа, өҫтәмә рейстар асыу ҡарала.

Фото: Р.Хәбиров сәхифәһенән.

Радий Хәбиров: "Үзбәкстан иҫ киткес матур!"
Радий Хәбиров: "Үзбәкстан иҫ киткес матур!"
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас