Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2022, 10:58

Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлә

Ағалы-ҡустылы Вәлитовтар - грек-рим көрәше буйынса чемпиондар. Фәнис социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһында Күп функциялы спорт көрәше үҙәген төҙөү барышы хаҡында яҙҙы. Фәнис Вәлитов - проекттың амбассадоры.

Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөләКүп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлә
Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлә

- Бала саҡта, политехник лицейҙа көрәш менән шөғөлләнә башлағанда, бәләкәй залда шөғөлләнеү өсөн көрәш келәме һәм бер-ике гер генә булды, - тип яҙа көрәшсе, - беҙҙең республикала берәй заман Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлөр, тип башыма ла индермәнем. Уны республикабыҙҙың 450 йыллығына тамамлау күҙаллана. Бында үҙ спорт юлын башлағандарға бер аҙ көнләшәм дә, хатта! Барыһына ла оло эш өсөн ҙур рәхмәт! Алға!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлә
Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас