Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Август 2022, 07:02

Иҫке Сүлле ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Йәрмәкәй районында фельдшер-акушер пункты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты, "Беренсе табип-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Иҫке Сүлле ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылдыИҫке Сүлле ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды
Иҫке Сүлле ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Фельдшер-акушер пунктында халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү һәм персонал өсөн уңайлы шарттар булдырылған, яңы медицина ҡорамалдары һәм йыһаз һатып алынған. Уны төҙөкләндереүҙә район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткән - биләмәне кәртәләгәндәр, һыу үткәргәндәр, юлға бетон түшәгәндәр. Шулай уҡ "Северная Нива Башкирия" ауыл хужалығы предприятиеһы ла төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индергән. Ауыл халҡы кәртәләүҙә ярҙам иткән, биләмәлә сәскәләр ултыртҡан. Яңы фельдшер-акушер пункты Иҫке һәм Яңы Сүлле ауылдары халҡын - 341 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Халыҡты тәжрибәле медицина хеҙмәткәре Миләүшә Исхаҡова ҡабул итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас