

Башҡортостандың балалар лагерында сысҡан биҙгәге менән ауырыу осрағы тураһында билдәле булды. Был юлы Стәрлетамаҡ районының ҡаланан ситтәге «Салют» лагерында булған 2006 йылғы үҫмер дауаханаға оҙатылды.
15 августа Стәрлетамаҡ район бүлексәһенең суд приставтары СанПин ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында балалар лагерының эшмәкәрлеген 15 тәүлеккә туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
РФ Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Роспотребнадзорҙың Стәрлетамаҡтағы территориаль бүлексәһе эпидемиологик тикшереү үткәрҙе. Ул кимереүселәрҙең билдәләнгән норманан артыуын асыҡланы.
Суд Наумовка ауыл советы биләмәһендәге «Салют» балалар ялы һәм һауыҡтырыу лагерын Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.4-се статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таныны һәм эшмәкәрлеген 15 тәүлеккә туҡтатыу рәүешендә яза тәғәйенләне.
Бынан алда «Башинформ» Салауат ҡалаһының «Юлдаш» балалар лагерында ике ҡыҙҙың сысҡан биҙгәге менән сирләүе тураһында хәбәр иткәйне.
Фото: Т. Аманов