

Норильскиҙа суд Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 22 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул мәрхүмә өләсәһен ерләү өсөн бар илдән 67 ир-егеттән 2,3 миллион һум аҡса йыйған. Был хаҡта 16 Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
2019 йылдың октябренән 2021 йылдың апреленә тиклем ҡыҙ социаль селтәрҙәге бер нисә аккаунтынан ир-егеттәр менән танышҡан. Аралашыу ваҡытында ул уларға өләсәһенең үлеме хаҡында әйткән һәм уны ерләү өсөн бурысҡа аҡса һораған. Мутлашыусы ҡайһы бер әңгәмәселәргә фотоны аҡ простыня менән ҡапланған килеш ятҡан кеше янында ебәргән (һүрәт, әйткәндәй, ысынлап та өләсәһе янында төшөрөллгән, ләкин ул йоҡлаған). Ирҙәр яңы дуҫтарына ҙур теләк менән төрлө суммалар аҡса күсергән.
Аҡсаны алғас, ҡыҙ тағы ла: ҡорбандар менән танышыу өсөн юлға сығырға ла һораған. Әңгәмәләшеүселәр унан бурысын ҡайтарыуын үтенгән осраҡта, ул уларҙы дуҫтар исемлегенән һыҙып ташлаған һәм башҡаса бәйләнешкә сыҡмаған. Енәйәтсе үҙенә аҡса күсереүен дауам иткән ир-ат менән генә аралашҡан.
– Хөкөм ителеүсе алдау юлы менән илдең 20-нән ашыу төбәгенән ир-егеттәрҙең аҡсаһын урлауға өлгәшкән. Иң ныҡ зыян күргәне – Татарстандан 28 йәшлек ир: биш айҙа ул 417 мең һумдан ашыу суммаға 56 тапҡыр ҡыҙҙың иҫәбенә аҡса күсергән. 35 йәшлек Норильск кешеһе ай дауамында 237 меңгә яҡын суммаға 13 тапҡыр, уның ике яҡташы ҡыҙға 162 мең һум аҡса күсергән, – тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығынан.
Тәфтишселәр бер ҡатлы ирҙәрҙең дөйөм зыянын 2,3 миллион һумға тиерлек баһалаған. Тентеү барышында полиция аферист ҡыҙҙа тик 1,25 миллион һум ғына аҡса тапҡан.
Эске эштәр министрлығы ҡыҙға ҡарата мутлашыу тураһында 67 енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Суд ҡатынды ике йыл һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм итте.
Фото: Т. Аманов