Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Августа 2022, 09:49

Йорттарға газ үткәреү өсөн 75 млн һумлыҡ сертификат тапшырылған

Йыл башынан алып республикала йорттарға газ тоташтырыу өсөн  981 сертификат тапшырылған.  Уның дөйөм суммаһы – 75 млн һум.

Йорттарға  газ үткәреү өсөн 75 млн һумлыҡ сертификат  тапшырылғанЙорттарға  газ үткәреү өсөн 75 млн һумлыҡ сертификат  тапшырылған
Йорттарға газ үткәреү өсөн 75 млн һумлыҡ сертификат тапшырылған

 Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда халыҡҡа ярҙам итеү өсөн республика бюджетынан 195 млн һум аҡса бүленгән.   

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 100 мең һумлыҡ  сертификат Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, һуғыш һәм хәрби хәрәкәт инвалидтарына тейеш. Инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүсе һәм күп балалы ғаиләләр 75 мең һумлыҡ сертификат алырға хоҡуҡлы.  

Бөтәһе Башҡортостанды газлаштырыу һәм газ менән тәьмин итеү программаһына 2025 йылға тиклем 16,5 млрд һум аҡса бүленгән.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас