Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2022, 12:30

Биш миллион һум аҡсаны муттарға күсергән...

Илеш районынан 50 йәшлек иргә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, муттарҙың уның исеменә кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр итә. Тиҙ ышаныусан ирҙе албырғатып, "банк хеҙмәткәре" уны кредит алырға һәм аҡсаны "ышаныслы иҫәптәргә" күсерергә өгөтләп күндерә. Биш миллион һум аҡсаны күсергәс кенә, ир алданыуын аңлай...

Биш миллион һум аҡсаны муттарға күсергән...Биш миллион һум аҡсаны муттарға күсергән...
Биш миллион һум аҡсаны муттарға күсергән...

Тәүлек эсендә муттарҙың тоҙағына республикала һигеҙ кеше эләккән: дүрт кеше ялған "банк хеҙмәткәре" һүҙенә ышанып отолған, ике кешене социаль селтәрҙә тишек кәмәгә ултыртҡандар, бер кешене Интернет аша тауар һатып алғанда алдағандар, бер кешене микрозайм алғанда отҡандар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас