Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Август 2022, 11:02

Баймаҡтағы сүплек ҡасан юҡҡа сығыр?

Ҡала халҡын ныҡ борсоған был һорауға ЦУР яуап ҡайтарҙы.

Баймаҡтағы сүплек ҡасан юҡҡа сығыр?Баймаҡтағы сүплек ҡасан юҡҡа сығыр?
Баймаҡтағы сүплек ҡасан юҡҡа сығыр?

 "Башҡортостанда 2024 йылдың аҙағына тиклем алты рөхсәтһеҙ сүплекте юҡҡа сығарыу ҡаралған. Улар Баймаҡта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Күмертауҙа, Сибайҙа һәм Октябрьскиҙа урынлашҡан. Күмертау, Сибай һәм Мәләүездәге ТБО полигондары "Экология" милли проектының "Таҙа ил" федераль проекты аша резерв федераль исемлеккә ингән. 

Баймаҡтағы полигонға килгәндә, ул ҡала сигендә Куйбышев урамы, 80 адресы буйынса урынлашҡан. Майҙаны - 12,6 га, тупланған сүп-сар күләме 215 мең кубик метрҙан аша. Ҡыйлыҡҡа быйыл яҙҙан алып рекультивация яһайҙар, был эште тулыһынса киләһе йылдың октябрендә тамамларға иҫәп тоталар. Быға былтыр федераль бюджеттан 180,596 млн һум аҡса бүленгән. Дөйөм эш 214,994 миллион һумға барып баҫасаҡ.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас