Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2022, 13:45

Башҡортостанда төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.  

Башҡортостанда төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫәБашҡортостанда төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫә
Башҡортостанда төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫә

 

“Авария хәлендәге йорттарҙан йәнә 45 кешене күсерҙек. Ошо көндәрҙә улар яңы фатир асҡыстарын алды. 2019 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса адреслы программаға ярашлы, Асҡын ауылының Йәйғорло урамындағы 10-сы һәм 12-се, Шишмә урамындағы 7-се йорттар файҙаланыуға тапшырылды.

2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған күп фатирлы биш йортта йәшәгәндәр өй туйланы. Уларҙы күсереү өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 28 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Ғәмәлдәге программалар нигеҙендә быйыл Башҡортостанда 40 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды үҙ эсенә алған авария хәлендәге торлаҡ фондынан 2797 кешене күсереү планлаштырыла.

Төҙөүселәрһеҙ быларҙың барыһы ла булмаҫ ине!

 Әйткәндәй, улар бөгөн һөнәри байрамдарын билдәдәй. Мин дә был өлкәлә лә оҙаҡ йылдар эшләнем һәм үҙ тәжрибәмдә барлыҡ яуаплылыҡты аңлайым, сифатлы инфраструктура булдырыу йәһәтенән эш нескәлектәрен дә, ҡыйынлыҡтарҙы ла беләм. Республикабыҙҙың был тармаҡта илдә алдынғы урындарҙы биләүе минең өсөн айырыуса мөһим.

2022 йылдың тәүге яртыһында республикала 1,49 миллион квадрат метр, йәки 19 мең самаһы фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙарына ҡарағанда 10 проценттан ашыуға күберәк. Бындай һөҙөмтәләр беҙгә Рәсәйҙең иң яҡшы ете төбәге иҫәбенә инергә мөмкинлек бирә, ә 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты яулап, Рәсәйҙең тәүге 100 төбәге араһына инде. Төҙөүселәребеҙ миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөүгә өлгәште. Быйыл да ошо әүҙемлекте кәметмәү мөһим.

Федераль кимәлдә лә уңыштарыбыҙҙы билдәләйҙәр һәм әүҙем ярҙам күрһәтәләр. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, 2025 йылға барлыҡ ярҙамсы инфраструктуралары – юл селтәре, социаль объекттар булған, транспорт менән тәьмин ителгән һигеҙ миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү өсөн республикаға аҡса бүленде.

2023 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр проблемаһын да тулыһынса хәл итеүгә иҫәп тотабыҙ – хәҙер ундайҙар республикала 3,5 меңдән ашыу. Төҙөлөшө тамамланмаған 80 объекттың 39-ын һалып бөтөп киләләр, ә 38-е буйынса компенсация түләнә. Шулай уҡ ҡалғандары буйынса эш алып барыла. Тиҙҙән күптән борсоған был проблема көн тәртибенән алып ташланыр, һәм беҙ артабан китәсәкбеҙ.

2024 йылға тиклем Республика инвестиция программаһы буйынса яҡынса 76 миллиард һумлыҡ 280-дән ашыу объект төҙөү күҙаллана. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөләсәк 16 мөһим объекттан торған исемлекте раҫланы. Уларҙың дөйөм хаҡы – 41 миллиард һумдан ашыу.

Алда бик күп эштәр тора – Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын төҙөүҙең, шулай уҡ республика райондарында байтаҡ инфраструктура проектын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҙған мәле.

Башҡортостанда төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫә. Бөгөн төҙөлөш иҡтисадтың этәргесен тәшкил итә, сөнки уңайлыҡтарҙы арттырыу һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу, эш урындары булдырыу, инновациялы транспорт һәм логистика ҡарарҙарын ғәмәлгә индереү, төҙөлөш материалдары етештереүҙән алып интеллектуаль һәм һанлы технологиялар булдырыуға тиклемге ҡатнаш тармаҡтарға ихтыяжды әүҙемләштереү кеүек бер юлы бихисап мөһим мәсьәләне хәл итеүгә дәртләндерә.

Төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотлайым! Эшкә намыҫлы һәм яуаплы ҡарашығыҙ, меңдәрсә ғаиләгә бәхет бүләк иткән өсөн рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек теләйем!”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас