Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Август 2022, 12:05

12 һәм 13 йәшлек ике ҡыҙ йыландан ҡурҡып батып үлә яҙған

Ваҡиға Салауат районының Малаяҙ ауылында кисә, 13 августа була.

12 һәм 13 йәшлек ике ҡыҙ йыландан ҡурҡып  батып үлә яҙған12 һәм 13 йәшлек ике ҡыҙ йыландан ҡурҡып  батып үлә яҙған
12 һәм 13 йәшлек ике ҡыҙ йыландан ҡурҡып батып үлә яҙған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, үҫмерҙәр йыландан ҡурҡып ҡапма-ҡаршы ярға йөҙөп сыҡҡан. Һуңынан ҡыҙҙар ярҙам һорап ҡысҡыра башлаған. Ҡотҡарыусылар уларҙың ҡысҡырыуын ишетеп, ҡурҡҡан балаларҙы ҡотҡарған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе ата-әсәләргә һыу ингәндә балаларҙы бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамағанлығын иҫкәртә. Шулай уҡ уларға һыу ятҡылығында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерҙәренә төшөрөргә кәрәклеген әйтә.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас