Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2022, 11:00

Янғын һигеҙ йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө

Шәмбегә ҡарата төндә, 13 августа, Салауат ҡалаһының Ленин урамындағы биш ҡатлы йорттарҙың береһендә янғын сыға.

Янғын һигеҙ йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө
Янғын һигеҙ йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына ут сығыуы тураһында хәбәр төнгө 1-се 42 минутта килә, төнгө 3-сө 4 минутта янғын һағы хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡ ут һүндерелә.

Ҡотҡарыусылар подъездан 11 кешене, шул иҫәптән ике баланы сығарған. Салауат ҡала дауаханаһына һөрөм еҫенән ағыуланған 8 йәшлек ҡыҙыҡайҙы алып килгәндәр, бала комаға киткән. Үкенескә күрә, ҡыҙ аңына килмәйенсә дауаханала үлгән.

Әле янғын сәбәптәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: