Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2022, 08:05

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары ял көндәренә, 13 һәм 14 авгусҡа, һауа торошо тураһында хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Метеорологтар һыуыҡ фронт үткәндән һуң республикаға йәнә эҫе көндәр киләсәген күҙаллай.

Башлыса алдағы көндәрҙә яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Һауа температураһы төндә - 11-16 градус, урыны менән 5, көндөҙ - 21-26, республиканың көньяғында 31 градусҡа тиклем йылы.

13 августа бер аҙ көслө ел иҫәсәк, тип вәғәҙә бирҙеләр. Һауа температураһы төндә -10-15, урыны менән 5, көндөҙ - 24-29, көньяҡта 31 градусҡа тиклем йылы.

14 августа төньяҡтан талғын ел иҫәсәк. Һауа температураһы төндә - 10-15, урыны менән 4, көндөҙ - 21-26, көньяҡта 31 градус йылы.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: