Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2022, 11:00

Илгизәр Зиннуров иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды

Ҡыйғы ере һине онотмаҫ, батыр!  

Илгизәр Зиннуров иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды
Илгизәр Зиннуров иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды

Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған өлкән лейтенант Илгизәр Юрик улы Зиннуров иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.  Ҡыйғы егете үҙен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаны һәм Рәсәйҙең дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлағанда һәләк булды.

Батырҙың ауылдаштары уның хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, Илгизәрҙең бәләкәй саҡтан уҡ хәрби хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынғанын, хәрби училищеға уҡырға инергә йыйынғанын һөйләне. Мәктәпте тамамлау менән Илгизәр Зиннуров ВЛКСМ-дың 50 йыллығы исемендәге  Силәбе юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. Ул – хәрби идара итеү офицеры.  Геройҙың ата-әсәһе Рәмилә Ҡәүи ҡыҙы һәм Юрик Олеговичҡа Башҡортостан Башлығы исеменән генерал Шайморатов исемендәге орден тапшырылды. Батыр офицерға бары 25 кенә йәш ине...

Республика Хөкүмәте Премьер – министры  урынбаҫары Ирек Сәғитов  Ҡыйғы егетенең  батырлығы менән бөтә Башҡортостан ғорурланыуын белдерҙе:

- Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ – был буш һүҙ түгел. Рәмилә Ҡәүи ҡыҙына һәм Юрик Олеговичҡа район һәм республика кимәлендә ярҙам күрһәтеләсәк.Тағы ла бер батырыбыҙҙың исеме тыуған яҡ тарихына мәңгегә яҙылды, ә беҙҙең иң ҙур рәхмәтебеҙ  – тыуған Ватан мәнфәғәттәре һағында торған яугирҙәр хаҡында иҫтәлекте һаҡлау, – тине ул үҙ сығышында.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: