Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2022, 09:20

Ағыуланған үҫмерҙәрҙең хәле нисек?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәһеҙ матдә менән ағыуланған үҫмерҙәрҙең хәле тураһында хәбәр иттеләр.

Ағыуланған үҫмерҙәрҙең хәле нисек?
Ағыуланған үҫмерҙәрҙең хәле нисек?

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш үҫмер Өфөнөң Гагарин урамындағы фатирҙа аңһыҙ көйө табыла. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, үҫмерҙәр ағыуланған.

«Пациенттар билдәһеҙ матдә менән ағыуланған. Өс пациент - ауыр хәлдә, икәүһе - уртаса ауырлыҡта», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Өҫтәп үтәйек, балаларҙың ағыуланыу осрағы буйынса Башҡортостан прокуратураһы тикшереү башлаған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәте буйынса, зыян күреүселәр - 14-15 йәштәге дүрт ҡыҙ һәм бер малай. Үҫмерҙәр зыян күргәндәрҙең береһенең өйөндә спиртлы эсемлектәр һәм ниндәйҙер таблеткалар ҡулланған. Өлкәндәр өйҙә булмаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: