Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2022, 08:25

2 йәшкә тиклемге ике сабыйға йылғаға ҡолағандан һуң реанимация ярҙамы талап ителгән

Башҡортостандың Ҡариҙел районында кисә, 12 августа, кискеһен балалар менән ғәҙәттән тыш хәл булған.

2 йәшкә тиклемге ике сабыйға йылғаға ҡолағандан һуң реанимация ярҙамы талап ителгән
2 йәшкә тиклемге ике сабыйға йылғаға ҡолағандан һуң реанимация ярҙамы талап ителгән

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ике йәшкә тиклемге ике сабый караптар туҡтау өсөн эшләнгән ҡоролманан йылғаға ҡолап төшкән.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, был хәл 19:30 сәғәттә Ҡараиҙел ауылында теркәлгән.

Әлеге ваҡытта табиптар уларға реанимация ярҙамы күрһәтә. Хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контроленә алынды.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: