

2021 йылдың мартында 32 йәшлек ир балконда бикләнмәгән ишек аша беренсе ҡаттағы фатирға ингән. Ул 2 084 һумлыҡ мөлкәтте урлаған.
Бер йылдан һуң ир балалар майҙансығында ҡалдырылған рюкзакты күреп ҡалған. Ул унан 15 һум аҡса һәм 5600 һумлыҡ телефонды урлаған, шунан һуң ҡасҡан.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныны. Уның урланған мөлкәтте кире ҡайтарыуы, ике бәләкәй балаһы булыуы иҫәпкә алынған. Суд енәйәтсене дөйөм режимлы колонияға ебәрергә һәм дүрт айға иркенән мәхрүм итергә ҡарар сығарҙы.
Фото: Т. Аманов