Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2022, 15:20

Ейәнсура кешеһе Сибайҙағы мәсетте талаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса бүлексәһенә хәйер һалыу йәшнигенән аҡса урлауҙары хаҡында хәбәр килә. Бур мәсеткә ишекте емереп ингән.

Ейәнсура кешеһе Сибайҙағы мәсетте талаған
Ейәнсура кешеһе Сибайҙағы мәсетте талаған

Оператив-эҙләү эше барышында ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Ул Ейәнсура районынан 37 йәшлек ир булып сыға.

Баҡһаң, был ир йораты Магнитогорскийҙан Сибайға бер аҙ аҙна элек килгән. Ошо ваҡытта бер туҡтауһыҙ эсеп йөрөп, ҡайҙа етте, шунда  йоҡлаған.

– 10 августа төндә иҫерек сағында ҡыуаҡлыҡ араһында уянған да,  үҙенән алыҫ булмаған мәсетте күреп ҡалған. Бында хәйер һалыу  йәшниге барлығын  уйлап, аҡса урлау ниәте барлыҡҡа килгән, - тип һөйләй Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса штаб инспекторы Азалиә Азаматова.

Медицина битлеге, бирсәткәләр кейеп, ҡыуаҡлыҡта тапҡан таҫтамалды башына урап, ир енәйәт ҡылырға булған. Мәсеттә берәүҙең дә булмауына инанғас, ишекте емереп, хәйер һалыу йәшниктәрен тышҡа алып сыҡҡан. Талаусы бөтә йәшниктәрҙең дә бушап ҡалыуына инанғас, ҡала үҙәге яғына йүнәлгән. Уның һүҙҙәренсә, ул урлаған аҡсаны күрше кварталда һанаған. Аҡсаһы 7 мең тирәһе булған.

– Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене асыҡлаған һәм ҡулға алған. Ул быға тиклем Ейәнсура районынан хөкөм ителгән ир булып сыҡҡан һәм үҙ ғәйебен таныған. Аҡсаның бер өлөшө тартып алынған, әммә ҡалғанын ул спиртлы эсемлек һәм ризыҡҡа тотоноп өлгөргән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында, - ти Азалиә Азаматова.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: