Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2022, 16:30

10 үлән һәм тәмләткес елһенеүгә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә

Улар ризыҡҡа тәм биреп кенә ҡалмай, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы.

10 үлән һәм тәмләткес елһенеүгә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә
10 үлән һәм тәмләткес елһенеүгә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә
  1. Куркума. Был тәмләткес бик популяр. Ул үҙенең елһенеүгә ҡаршы үҙенсәлектәре менән билдәле антиоксидант булып тора. Организм яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн борос менән бутарға кәрәк.
  2. Ҡара борос. Ул антиоксидант, микробҡа һәм елһенеүгә ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә. Шулай уҡ аш һеңдереүгә бәйле күп проблемаларҙы ла бөтөрөргә ярҙам итә.
  3. Кардамон. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, тәме татлы һәм хуш еҫле был тәмләткес елһенеүҙе кәметергә ярҙам итә, бауырға бик файҙалы.
  4. Корица. Елһенеүҙе кәметә, тик бигүк күп ҡулланырға кәңәш ителмәй.
  5. Имбирь. Кулинариянан тыш, һыуыҡ тейгәндә, ҡоҫҡо килгәндә, артрит һәм ҡан баҫымын дауалауҙа ярҙамсы сара булараҡ ҡулланыла. Быуындар һыҙлауын баҫа.
  6. Һарымһаҡ. Уның файҙалы үҙенсәлектәре бик күп. Ғәҙәттәгесә, күптәр уны артрит, йүткереү, эс ҡатыу һәм башҡа сирҙәрҙе дауалауҙа ҡуллана.
  7. Пажитник. Был үлән быуындар ауыртыуҙы, эс ҡатыуҙы һәм эс күбеүҙе еңеләйтеү өсөн файҙаланыла.
  8. Тимьян. Ревматоид артрит менән яфаланыусылар өсөн файҙалы.
  9. Розмарин. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, розмаринда булған полифенолдар елһенеүҙе кәметергә ярҙам итә.
  10. Йәшел сәй. Был популяр эсемлек эсәктең елһенеү, сей яра колиты һәм теш менән бәйле шешеү маркерҙарын кәметергә ярҙам итә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: