- Нарыҫтау ауылындағы “Изгеле Ғәли сығанағы”на йыл һайын килеү, йыуыныу, һыу йыйыу матур йолаға әүерелде... Ул таҙа. Ғалимдар ҙа һыуҙы тикшерә һәм ысынлап та уның саф булыуын раҫлай. Туп-тура ер аҫтынан һуға бит ул. Ысын мәғәнәһендә шифалы көс бирә, һыуҙа көмөш иондары бар. Уҙған быуат башында уҡ бында Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән кешеләр килгән. Сәфәр ҡылыусылар бер нисә көн ятҡан, доғалар уҡыған. Сығанаҡ тураһында ҡайҙа ғына уҡымаһам да, һәр ерҙә лә күп кенә сирҙәргә шифа булыуына юлыфғам. Мин үҙем дә был йәһәттән яҡшы өлгө булып торам. Аяғыма операциянан һуң килеп, еңеллек тойҙом, – тип яҙа Ләйсән Үтәшева.
Фото: Т. Аманов