

“Беренсе яңылыҡ:
Тыңлаусыларым, был хаҡта Һеҙгә оҙаҡ яҙырға батырсылыҡ итмәне. Ләкин гаджет артына ултырып, хәрефтәрҙән һүҙҙәр яҙырға ваҡыт етте. Дуҫтарым менән әлеге ваҡытта Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы буйлап һалда йөҙөп йөрөйөм. Емеш-еләк, кататамаран, балыҡ ҡармаҡлау, серәкәй туйҙырыу... Туҡталыштар, усаҡ, палаткалар, ҡырағай мунса...
Һүҙем минең ялым тураһында түгел, быйыл мин милли проектты тамамларға булдым. 2022 йылда башҡорт һәм татар телдәрендә сығарған йырҙарым - иң һуңғыһы. Милли эстрада киңлектәрендәге 16 йыллыҡ ижад юлымдың һөҙөмтәһе. 2023 йылдың яҙында Татарстан һәм Башҡортостан республикаларындағы концерттарҙа «Татнефть арена»ла, «Өфө аренаһы»нда, «Мәскәүҙең Лужники» стадионында 16 йыллыҡты билдәләйәсәкбеҙ.
Был йылдарҙа хәлемдән килгәндең барыһын да эшләнем. Аңлауығыҙға ышанам. Иң мөһиме – йәш быуын, балалар минең ижади репертуарым аша туған тел менән ҡыҙыҡһына башланы. Хәҙер миңә артабан барырға ваҡыт.
Икенсе яңылыҡ:
Мин үҙемдең икенсе яртым менән Мәскәүгә йәшәргә китәм. Ялдан ҡайтҡас та әйберҙәрҙе йыйып, күсәсәкбеҙ. Рус телендә бик күп материал, альбом тупланған. Өфө–Ҡазан араһында ғына йөрөп, проектты ҡулда тотоуы ҡыйын.Тыуған еремдән айырылып китеү ҡарары бик еңел булманы. Оҙаҡламай һеҙ мине федераль каналдарҙа ишетерһегеҙ һәм күрерһегеҙ, тип ышанам.
Был ҡарарым кемгәлер оҡшамаҫын беләм”, – тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: Т. Аманов