Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2022, 10:42

IT-белгестәре әрменән кисектерелә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығында IT-белгестәргә дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштырыу өсөн электрон сервистар булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса матбуғат брифингы үтте.

IT-белгестәре әрменән кисектереләIT-белгестәре әрменән кисектерелә
IT-белгестәре әрменән кисектерелә

Бында Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин  республика халҡының дәүләт хеҙмәтен  электрон алыуға ихтыяжы, июндә ғәмәлгә индерелгән «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» яңы сервисын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне, дәүләттән ярҙам саралары менән файҙаланған IT-компаниялар иҫәбе тураһында көнүҙәк мәғлүмәт бирҙе.

Министр шулай уҡ федераль ярҙам сараһы буйынса – IT-белгестәрҙе армиянан кисектереү буйынса ла һандар килтерҙе. Бөгөн  Башҡортостандан 197 егет хәҙерге заманда талап ителгән кәрәкле һөнәр һайлауға бәйле армиянан кисектереү алған.

Бынан тыш, ул быйыл Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы  ҡарары менән һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланыусы һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы һалым түләүселәрҙең айырым категориялары өсөн кәметелгән һалым ставкаларын билдәләү тураһында закон ҡабул ителеүе хаҡында әйтте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас