+2 °С
Болотло
Белорет районының Исмаҡай ауылында Салауат Юлаев урамында биш балалы ғаилә йәшәгән шәхси йорт янған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, урынға Үрге Әүжәндән янғын һүндереү часы белгестәре килгән. Утты һүндереү барышында уттың бер юлы ике бүрәнә ҡаралтыға тоҡаныуы асыҡлана.
Утта һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын ваҡытында йортта кешеләр булмаған. Ялҡынды күршеләре күреп ҡалған, улар ашығыс хеҙмәттәр саҡырған.
Фото: Т. Аманов