Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2022, 08:00

Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ пенсионер ҡатынды туҡмаған

Был хәл ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында була.  

Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ пенсионер ҡатынды туҡмағанБашҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ пенсионер ҡатынды туҡмаған
Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ пенсионер ҡатынды туҡмаған

Унда подъездағы шау-шыуҙан арыған оло йәштәге ҡатын үҫмерҙәрҙе киҫәтеү һәм тынысландырыу өсөн сыҡҡан. Тик йәштәр өлкән кешенең әйткәндәрен тыңларға теләмәгән, хатта үҫмер ҡыҙҙарҙың береһе пенсионер ҡатынға ташланған уға һуҡҡан.

– 7 августа иртән полицияға 1957 йылғы ҡатын 16 йәшлек ҡыҙҙан туҡмалыуын хәбәр итеп, ғариза яҙа. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 16 йәшлек ҡыҙ иҫкәртеүгә яуап итеп, ғариза яҙыусыға ҡул күтәргән, – ти хоҡуҡ һаҡсылары.

Әлеге ваҡытта суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк,  тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас