Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2022, 06:40

Республикала 30 квадрат метр майҙанда нефть түгелгән

Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы янында нефть продукттарының ситкә түгелеүе асыҡланған. Был хаҡта “Россельхознадзор”ҙың  Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.

Республикала 30 квадрат метр майҙанда нефть түгелгәнРеспубликала 30 квадрат метр майҙанда нефть түгелгән
Республикала 30 квадрат метр майҙанда нефть түгелгән

Билдәһеҙ кешеләр эшләмәгән нефть үткәргесте аҡтарған. Рөхсәтһеҙ ер эштәрен башҡарған ваҡытта нефтле шыйыҡса ситкә түгелгән. Һөҙөмтәлә 30 квадрат метр майҙан бысранған. Белгестәр тупраҡтың бысраныу кимәлен билдәләү өсөн уның пробаһын алған. Бынан һуң тейешле саралар күреләсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас