

Оло йәштәге ханым ҡаланың Киров урамы буйлап китеп барғанда, арттан 12-14 йәшлек малай йүгереп килеп, сумкаһын тартып алған да, ҡасҡан. Сумкала паспорт, кеҫә телефоны, 1100 һум аҡса ятҡан. Һуңынан сумканы кинологтарҙың эте эҙләп тапҡан. Үҫмерҙәр аҡсаны ғына ала, башҡа әйберҙәргә теймәгәндәр.
Малайҙар ҙа, пенсионер ҙа видеокүҙәтеү камераларына эләккән. Әммә оператив-эҙләү саралары һөҙөмтә бирмәгән - кеше талауҙа ғәйепләнеүселәрҙең шәхесе әлегәсә асыҡланмаған.
Әгәр ҙә һеҙ фотолағы малайҙарҙы таныһағыҙ, ошо телефон номерҙары буйынса шылтыратығыҙ: 8 (34792) 3-24-02, 3-33-02, 8-906-371-88-89, 8 (347) 279-39-02, 279-32-92, 02 (102).
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.