Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2022, 06:25

Бәхәс фажиғә менән тамамланған

Кисә Өфөлә 30 йәшлек ир батып үлгән. Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.

Бәхәс фажиғә менән тамамланғанБәхәс фажиғә менән тамамланған
Бәхәс фажиғә менән тамамланған

Фажиғә Йылы күленең өҫкө каналында бул4ан. Шаһиттар өс кешенән торған компанияның һыу ятҡылығы буйында иҫерткес эскәнен хәбәр итте. Бер аҙҙан улар бәхәсләшеп, күлде йөҙөп сығырға булған.

 

«Тәүҙә ҡыҙ бата башлаған - уны эргәлә йөҙгән егет ҡотҡарған. Әммә тонсоға башлаған дуҫына ярҙамға барып етә алмаған – ул ныҡ алыҫта булған», – тиҙәр идаралыҡта.

 

Водолаздар һыуға батҡан кешенең кәүҙәһен ярты сәғәттән һуң тапҡан. Билдәләүҙәренсә, йәштәр йөҙгән ерҙә һыу инеү тыйылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас