Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Август 2022, 05:25

Аталы-әсәле 11 йәшлек улдарын үлтергәндәр

Сибайҙа йәшәүселәрҙе 11 йәшлек баланы үлтереүҙә ғәйепләнеләр. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Аталы-әсәле 11 йәшлек улдарын үлтергәндәрАталы-әсәле 11 йәшлек улдарын үлтергәндәр
Аталы-әсәле 11 йәшлек улдарын үлтергәндәр

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, енәйәт 2001 йылда ҡылынған. Ул ваҡытта малайҙың әсәһе ир менән йәшәгән. Тегеһе уның балаһын яратмаған һәм ҡатынға үҙ улын үлтерергә тәҡдим иткән. Малай уларға мөнәсәбәттәр ҡорорға ҡамасаулай, тип раҫлаған ул.

21 июлдә ҡатын улын урманға алып килә һәм уны халатының билбауы менән быуып үлтерә, һуңынан мәйетте Хәсән һәм Күлтабан ауылдары араһындағы аулаҡ урында йәшерә. Аяҡ кейеме һәм велосипедын ташлай, халат билбауын мунсала яндыра. Күп йылдар үткәс, 2017 йылда урында йәшәүсе малайҙың һөлдәһенә юлыҡҡан.

 

Былтыр тәфтишселәр үлтерелгән баланың туғандарынан тағы ла бер тапҡыр һорау ала. Һөҙөмтәлә ҡатын үҙ ғәйебен таный һәм баланы ире үлтерергә ҡушыуын һөйләй. Ир, үҙ сиратында, ғәйебен таныманы.

 

Енәйәт эше Баймаҡ район судында ҡараласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас