Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2022, 08:38

«Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк

11 августа Ағиҙел йылғаһы буйында, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа асыҡ һауала бушлай кино күрһәтеү ойошторола. Баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар иғтибарына башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаровтың комедия роуд-муви жанрында төшөрөлгән «Йыл ғаиләһе» фильмы тәҡдим ителә.

«Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк
«Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк

Фильм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Рәсәй Кинематографистар союзының Башҡортостан бүлексәһе булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы заказы буйынса 2021 йылда төшөрөлгән. Ул 23 сентябрҙә киң прокатҡа сыҡты.

Кинотаҫма Өфө ҡалаһы, Әбйәлил һәм Белорет райондарының матур урындарында төшөрөлгән. Сюжетта ғәҙәти булмаған, мөләйем, шул уҡ ваҡытта  Рәсәй ғаиләләренә оҡшаған Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе тураһында бәйән итә. Бындағы геройҙар еңеү һәм 5 миллион һум аҡса эшләү өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына юллана.

Фильм бушлай күрһәтеләсәк. Киске 21.30 сәғәттә  башлана.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: