Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2022, 11:08

Яңы документ 2023 йылдан үҙ көсөнә инәсәк

Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса республика программаһы әҙерләнә.

Яңы документ 2023 йылдан үҙ көсөнә инәсәк
Яңы документ 2023 йылдан үҙ көсөнә инәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән йүнәлешле ведомство-ара комиссия ултырышында һүҙ ошо хаҡта  барҙы. Яңы документ 2023 йылдан үҙ көсөнә инәсәк. Ул юл хәүефһеҙлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы яйға һаласаҡ.

Дөйөм алғанда, 2022 йылдың ете айлыҡ һөҙөмтәһе буйынса төбәктә юл фажиғәләренең кәмеүе күҙәтелә. Үткән йыл менән сағыштырғанда, юл-транспорт фажиғәләре – 13,4 процентҡа, йәрәхәтләнеүселәр – 10,8 (2251 кеше йәрәхәтләнгән), һәләк булыусылар 17,3 процентҡа кәмегән (201 кеше һәләк булған). Шуның менән бергә июлдә генә республикабыҙҙа 52 кеше автомобиль фажиғәһе ҡорбаны булған.

 Был йәһәттән ултырыш барышында автомобилде йөрөтөү мәҙәниәтен күтәреү, юл фажиғәһе хәлдәрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙың да көнүҙәклеге билдәләнде.

– Тәүге ярты йыллыҡты һәйбәт һөҙөмтә менән үттек. Тик июлдәге һандар эште дауам итергә кәрәклеген күрһәтте. Шуға күрә юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкәртеүгә бәйле бөтәһен, һис шикһеҙ, индерергә кәрәк. Шуның менән бергә тәҡдимдәрҙе системаға һалырға, юл хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар булдырырға кәрәк. Республикаға был йүнәлеш буйынса беҙҙең эште берләштергән документ талап ителә. Ноябрҙә тәҡдим ителгән саралар буйынса фекер алышырбыҙ, уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын һәм финанслау сығанағын билдәләрбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: