Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2022, 12:55

“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”

Башҡортостан халҡын йылғаларҙа һыу инеү  хәүефле булыуы хаҡында иҫкәрттеләр.

“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”
“Йәйен кешегә лә һөжүм итә”

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Руслан А., йылғаның төбөндә ҙур йәйендәр йәшәүен әйтте. Уның һүҙҙәренсә, ҙур балыҡтар кеше өсөн дә хәүефле.

- Батып үлеүселәр тураһында күп яҙалар. Бәлки, улар тәндәре ҡорошоп та үләлер. Ләкин уларҙы йәйен алып китеү мөмкинлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Йылғалар үтә ныҡ һайыҡты. Улар бер ни менән дә туҡлана алмай. Йылға төбөндә ята, – тип яҙа ул социаль селтәрҙә.

Шулай уҡ ир элек йылғаларҙан ике һәм биш метрлы йәйен тотоуҙарын да әйткән.

- Беҙҙең Өфө водолаздары уларҙың төптә бүрәнә кеүек ятҡанын да күргән. Йылғаларҙың тәрән урындарына йөҙмәгеҙ. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын, – тип тә өҫтәгән ул.

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: