Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2022, 16:38

Йәштәргә карьера баҫҡысынан үрләргә ярҙам итә

Башҡортостан йәштәр өсөн файҙалы яңы проектта ҡатнаша. 

Йәштәргә карьера баҫҡысынан үрләргә ярҙам итә
Йәштәргә карьера баҫҡысынан үрләргә ярҙам итә

Башҡортостан Республикаһы  йәштәрҙе  карьера баҫҡысынан комплекслы оҙатыуҙы тормошҡа ашырып ҡарау  буйынса яңы проектта ҡатнашыусы 11 төбәк исемлегенә инде.  Проекттың төп маҡсаты – граждандарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү. Ул шулай уҡ  2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү инициативаларын да үҙ эсенә ала.

 БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, проектта ҡатнашыусы йәштәрҙең иҫәбе 4 875 кешенән кәм булырға тейеш түгел.

 – Былтыр республика карьера үҫешен оҙатыу буйынса пилот проектта ҡатнашҡайны.  Уның һөҙөмтәләре беҙҙе ҡыуандырҙы. Быйыл ҡатнашыусыларҙың һәм тьюторҙарҙың  иҫәбен арттырырға уйлайбыҙ, – ти  мәғәариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: