Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2022, 12:04

Йәш эшҡыуарҙар, ғалимдар, студенттар ҡатнашырға саҡырыла

Көнсығыш иҡтисад форумының Йәштәр көнөнә теркәлеү башланды. Бында ҡатнашырға  йәш эшҡыуарҙар, белгестәр, юғары һәм урта белем биреү ойошмалары студенттары, йәш ғалимдар, 18 – 35 йәштәге йәмәғәт ойошмалары лидерҙары саҡырыла.

Йәш эшҡыуарҙар, ғалимдар, студенттар ҡатнашырға саҡырыла
Йәш эшҡыуарҙар, ғалимдар, студенттар ҡатнашырға саҡырыла

Сара 8 сентябрҙә Владивостокта Алыҫ Көнсығыш федераль университет биләмәһендә үтәсәк.  Йәштәр көнөндә ҡатнашыусылар йәштәр эшҡыуарлығын, йәштәр берләшмәләрен үҫтереү, халыҡ-ара фәнни һәм технологик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа йәш ғалимдарҙың роле, шулай уҡ илдең туристик потенциалы хаҡында фекер алышасаҡ. Теләүселәр   ошо һылтанма буйынса теркәлә ала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: