Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2022, 13:50

Осоштар тағы сикләнә

Росавиация Рәсәйҙең көньяғындағы 11 аэропортҡа осоштарҙы сикләү режимын оҙайтты.

Осоштар тағы сикләнә
Осоштар тағы сикләнә

 Күрһәтмә Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста кеүек ҡалаларға ҡағыла. Авиакомпаниялар пассажирҙар ташыуҙы альтернатив маршруттарҙан файҙаланып, Сочи, Волгоград, Минводы, Ставрополь һәм Мәскәү аша ойоштора ала.

   Украинала махсус операция башланыу менән Рәсәй – Украина сиктәре янындағы һауа зонаһы граждандар самолеттары өсөн хәүефле тип табылды.

 

Фото:pravdasevera.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: