+20 °С
Болотло
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: фажиғә Баймаҡ районының “Юлдаш” балалар лагерында 31 июлдә була. Унда 15 йәшлек үҫмер өҫтөнә турник ҡолай. Зыян күреүсе аңын юғалта һәм Сибай дауаханаһына оҙатыла. Һуңынан уны Өфө дауаханаһына күсерәләр.
Малайҙың әсәһенең һүҙҙәренсә, бала һаман ауыр хәлдә, әле һаман аңына килмәгән.
- Табиптар әлегә бер ни ҙә әйтә алмай. Әлегә көтәбеҙ, – ти әсә кеше.
Алдараҡ ул бер кем менән дә һүҙгә килешкеһе килмәүен, ә бары тик балаһының тиҙерәк йүнәлеүен теләүен әйткәйне.
Лагер етәкселеге фажиғә буйынса комментарий биреүҙән баш тарта, Тәфтиш комитеты был хәл буйынса енәйәт эше асҡан.
Фото: Т. Аманов