Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2022, 16:40

Яҡташыбыҙҙы йәшен атҡан

Кисә көндөҙ Сочи тауҙарында Өфө кешеһен йәшен атҡан.

Яҡташыбыҙҙы йәшен атҡан
Яҡташыбыҙҙы йәшен атҡан

Туристар төркөмө Аибга һыртынан һуҡмаҡ буйлап төшкән мәлдә тауҙың түбәһендә йәшен йәшнәй башлай. Шул ваҡытта 47 йәшлек ирҙе йәшен ата.

 

Ял итеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр уға ярҙам итергә тырышҡан, ләкин бер ни ҙә килеп сыҡмаған – турист урында уҡ йән биргән.

 

Әлеге ваҡытта Краснодар крайы тәфтишселәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

 

– Тикшереү тамамланғас, тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, – тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: