Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2022, 06:35

Үҙән йылғаһы ни өсөн бысранған?

 Белгестәр Ҡырмыҫҡалы районында Үҙән йылғаһында балыҡтарҙың күпләп һәләк булыуының аныҡ сәбәбен асыҡлаған. Был турала тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Үҙән йылғаһы ни өсөн бысранған?Үҙән йылғаһы ни өсөн бысранған?
Үҙән йылғаһы ни өсөн бысранған?

Билдәле булыуынса, июль башында Александровка ауылында йәшәүселәр саң ҡаға башлағайны. Улар социаль селтәрҙә үле балыҡтарҙың фотоһүрәттәрен баҫтырҙы.

 

«Ауырғазы районында урынлашҡан Соҡат, Кәләүле һәм Үҙән йылғалары буйына «Уңыш» һөт фермаһының һыйыр малының йәшәйеш ҡалдыҡтарын йыйып ҡуйыуы асыҡланған. Июлдә яуған ямғырҙар һөҙөмтәһендә ҡалдыҡтар ошо һыу ятҡылыҡтарына эләккән, был уларҙың бысраныуына һәм һыу биологик ресурстарының күпләп һәләк булыуына килтергән», – тип асыҡлыҡ индерә ведомство хеҙмәткәрҙәре.

 

Зыян 800 мең һумдан ашыу тип баһалана. Прокуратура тикшереү материалдарын Тәфтиш комитетына ебәрҙе. Бынан һуң һыу ятҡылыҡтарының бысраныу һәм балыҡтарҙың күпләп һәләк булыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас