Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2022, 05:45

«Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы башланды

Ял һәм байрам көндәрендә республика халҡы һәм ҡунаҡтары күл, йылға буйҙарында, урманда, тәбиғәт паркында ял итергә ярата. Ял итеүен итә лә ул,  тик үҙҙәренең артынан сүп-сарҙы йыймай, шунда уҡ ҡалдырып китә.

«Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы башланды«Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы башланды
«Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы башланды

Республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, тап йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтары ярҙары, урман ситтәре ҡағыҙ, целлофан пакеттар, консерва банкылары һәм шешәләр менән тула. Ҡалдыҡтар сүплеге барлыҡҡа килә, улар тупраҡ, һыу ятҡылыҡтарын  бысратып, тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен арттыра.

Шуға ошо уңайҙан 6 – 14 августа Башҡортостанда «Экологик эштәр аҙналығы» акцияһы ойошторола. Уның барышында күмәк кеше ял иткән урындарҙа, һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙарында һәм төп туристик маршруттарҙа өмәләр үтәсәк.

– Битараф булмаған кешеләрҙе, ирекмәндәрҙе, шулай уҡ ойошмаларҙы, компанияларҙы, йәштәр хәрәкәттәрен тыуған төйәктең тәбиғәтен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә һәм «Экологик эштәр аҙналығы»нда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Экология – һәр кемдең эше, әммә һәр кемдең индергән өлөшө ҙур әһәмиәткә эйә, күмәк көс менән республикабыҙҙы таҙараҡ һәм йәшелерәк итәсәкбеҙ, – ти  Нияз Фазылов.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас