

– Бөтә кәрәкле процедуралар тамамланғас, Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы өсөн йәнә «ҡоро закон» проекты индерелде. Уны сентябрҙәге пленар ултырышта ҡарарға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, ошондай уҡ инициатива менән Стәрлетамаҡ районының Кантюковка һәм Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы халҡы ла депутаттарға мөрәжәғәт итте. Ике закон проекты ла октябрь айындағы эш планына индерелгән», – тип билдәләне парламент спикеры.
Әлеге ваҡытта унға яҡын тораҡ пункты үҙҙәренең биләмәләрендә «ҡоро закон» булдырырға ниәтләй. Әле улар документтар пакетын әҙерләү менән мәшғүл.
Әлегә Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында ғына «ҡоро закон» ғәмәлдә. Унда һуңғы ике йылда иҫерткес эсемлектәр һатып алырға ярамай ине, эшҡыуарҙарҙың быға лицензияһы ла юҡ ине.
Батҡаҡ күлгә һыу инергә килгән туристар арҡаһында эшҡыуарҙар лицензия алырға теләрҙәр тип ҡурҡып, урындағы халыҡ республика властарынан «ҡоро закон» ҡабул итеүҙәрен һораны.
Фото: Т. АМАНОВ.