Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2022, 20:36

Ҡайҙа уҡырға икәнен һайла!

Профессионалитет - колледждарҙағы юғары квалификациялы белгес булырға мөмкинлек бирәсәк белем биреү программаһы ул: һеҙ әлегә уҡыйһығыҙ, ә эш урыны һеҙҙе көтә. Программа 9-11 класс уҡыусылары өсөн әҙерләнгән - уҡырға инеү бушлай, имтиханһыҙ, аттестаттың уртаса балы нигеҙендә. Предприятие менән маҡсатлы уҡыу тураһында килешеү төҙөгән студенттарға өҫтөнлөк бирелә. Килешеүҙе ҡабул итеү кампанияһы ваҡытында төҙөргә мөмкин. Башҡортостанда «Профессионалитет» программаһында 6 колледж ҡатнаша: – Өфө машиналар эшләү колледжы https://umkufa.ru/fp-professionalitet/ – Ишембай нефть колледжы http://www.ishnk.ru/ – Нефтекама машиналар эшләү колледжы http://www.nmt.edu.ru/ – Туймазы индустриаль колледжы http://tit-rb.ru/ – Салауат индустриаль колледжы https://salinc.ru/ – Стәрлетамаҡ политехник колледжы https://str-spc.ru/ Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин https://www.gosuslugi.ru/10171/1/form Имтихандар бирмәй, документтар тапшырыу ваҡыты - 2022 йылдың 15 авгусына тиклем. Документтарҙың төп нөсхәһен ҡабул итеү комиссияһына 15 авгусҡа тиклем килтерергә кәрәк. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү тураһында бойороҡ 15 августан һуң сыға.

Ҡайҙа уҡырға икәнен һайла!
Ҡайҙа уҡырға икәнен һайла!

Уҡыусыларҙы ҡабул итеү тураһында бойороҡ 15 августан һуң сыға.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: