

Холециститтан
Әлеге ваҡытта киң таралған ауырыуҙарҙың береһе – хроник холециститты шифалы үләндәр менән дауалап та яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Бынан тыш, дарыу үләндәре үт юлдары дискинезияһынан да ярҙам итә.
Был ауырыуҙарҙы дауалау өсөн түбәндәге үләндәр йыйылмаһы кәрәк.
1-се рецепт.
Шиңмәҫгөл сәскәһе – 7 өлөш
Календула сәскәһе – 5 өлөш
Талүлән – 4 өлөш
Быуын сәскә сәскәһе – 3 өлөш
Ҡылыс үлән тамыры – 2 өлөш
Кукуруз емешлеге – 2 өлөш
Етен орлоғо – 2 өлөш
Шифалы ромашка сәскәһе – 2 өлөш
Бөтнөк япрағы – 1 өлөш
Әрем үләне – 1 өлөш.
Ошо дарыу үләндәрен бергә ҡушып бутарға һәм 2 – 3 ҡалаҡ үләнде 0,5 литрлыҡ термосҡа һалып, бер ҡалаҡ әлморон өҫтәргә һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Ярты сәғәттән һуң төнәтмәне һөҙөп алып, көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарҙан 20 – 30 минут алда йылы килеш эсергә. Был – бер тәүлеккә тәғәйенләнгән доза.
2-се рецепт.
Шиңмәҫгөл сәскәһе – 5 өлөш
Һары мәтрүшкә үләне – 5 өлөш
Кейәү үләне – 5 өлөш
Сөйәл үләне – 4 өлөш
Ҡайын еләге япрағы – 3 өлөш
Етен орлоғо – 3 өлөш
Бөтнөк япрағы – 3 өлөш
Аҡ ҡайын бөрөһө – 2 өлөш
Артыш емеше – 2 өлөш
Укроп – 1 өлөш.
Төнәтмә тәүге ысулдағы кеүек әҙерләнә һәм ҡулланыла.
Был үләндәр йыйылмаһы менән бер үк ваҡытта аллахол, холосас һәм башҡа үт ҡыуыусы препараттарҙы эсергә кәрәк. Йоҡоһоҙлоҡ, тынғыһыҙлыҡ йонсотҡанда үләндәр төнәтмәһенә энәлек, арыҫлан ҡойроғо, бесәй үләне төнәтмәһе өҫтәргә була.
Хроник холециститты һәм үт ҡыуыу юлдары дискинезияһын дарыу үләндәре менән дауалау курсы айырым ауырыуға бәйле, 2 – 3 һәм 10 – 12 айға тиклем дауам итеүе бар. Ғәҙәттә ошо үләндәр йыйылмаһы менән дауаланғандан һуң үт ҡыуығы эшмәкәрлеге һаҡланған ваҡытта был ауырыуҙар бик оҙаҡ борсомай тора. Ә инде ауырыуҙың ҡатмарлы осрағында үләндәр йыйылмаһы менән дауаланыуҙы ҡабатларға кәрәк булыр.