Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Августа 2022, 02:00

Буш кәмә

Бер остаздың уҡыусыларына һөйләгәне.


“Йәш ваҡытта мин яңғыҙ ҡалып, тыныслыҡта ултырырға ярата инем. Күлгә барам да, медитацияға биреләм. Бәләкәй кәмәм менән йөҙөп барам һәм сәғәттәр буйына күл уртаһында тынлыҡта уйлана инем. Бер көн шулай төн үтте, һыҙылып таң атты, мин яратҡан шөғөлөмдә – медитацияла. Шул саҡ кәмәмә ҡапыл ғына бер нәмә килеп бәрелде. Күҙ ҡырыйы менән уның кәмә икәнен шәйләнем. Эй, асыуландым һәм боролоп, кәмә хужаһын әрләйем тигәйнем, йөҙгөс кешеһеҙ булып сыҡты. Асыуымды бер кемгә лә йүнәлтә алмағас, ҡабаттан тынысланырға ултырҙым. Ҡояш сыҡҡанда тып-тыныс инем инде. Буш кәмә миңә һабаҡ бирҙе. Хәҙер кемдер йәберләһәме, кемгәлер асыуланһаммы, үҙемә: “Был кәмә лә буш”, – тим. Юҡҡа ҡанымды ҡыҙҙырмайым”.
Ә һеҙ, хөрмәтле дуҫтар, асыуығыҙ килһә, ныҡ туҙынаһығыҙмы? Их, буш кәмә осраһа...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас