Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август , 07:25

Республикала бер тәүлек эсендә ике бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Дүртөйлө районында дүрт йәшлек бала 4-се ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән.

Республикала бер тәүлек эсендә ике бала тәҙрәнән ҡолап төшкән
Республикала бер тәүлек эсендә ике бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Сабый иҫән ҡалған, йәрәхәттәр менән дауаханала ята.

Өфөлә туғыҙ ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән ике йәшлек ҡыҙ ҡолап төшкән.

Бәхетһеҙ осраҡ Интернациональ урамы, 153/1 адресы буйынса теркәлгән. Бала йәшәгән фатир бишенсе ҡатта урынлашҡан.

Ул да йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Йәйге осор башланғандан алып Өфөлә 13 бала тәҙрәнән ҡолап төшкән, ике баланың ғүмере өҙөлгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в