Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август , 07:45

"Һәр береһе лә яҡын..."

Башҡортостанда тәрбиәгә бала алған иң ҙур ғаиләлә 33 бала тәрбиәләнә.

"Һәр береһе лә яҡын..."
"Һәр береһе лә яҡын..."

Гөлсирен Дербеневаға 59 йәш, ә уның ире Айыс Маликовҡа 56. Улар 15 йыл бергә. Беренсе никахтан һәр береһенең өсәр балаһы бар, әммә улар өлкәнәйеп, айырым йәшәйҙәр. Шуға күрә ирле-ҡатынлы приюттарҙағы сабыйҙарҙы өйҙәренә алып ҡайтырға ҡарар итә. Уларҙың һүҙҙәренсә, тәүҙә дүрт бала алырға ғына теләгәндәр, һөҙөмтәлә 33 килеп сыҡҡан.

Ғаилә иң беренсе 7 һәм 9 йәшлек һеңлеләрҙе ала. Һуңыраҡ уларға шылтыратып, әсәләре күҙ алдында үлтерелгән ике малайҙы тәҡдим итәләр.

Тора бара, тағы шылтыратып, ғаиләгә йәнә балаларҙы ҡабул итергә һорайҙар. Ир менән ҡатындың һүҙҙәре буйынса, улар бер ҡасан да баш тарта алмаған, сөнки тәҡдим ителгән балаларҙы бер кем дә алмаған (уларҙа айырырға ярамаған ағайлы -апайлылар, шулай уҡ физик һәм психик һаулығы насар булған балалар).Һәр баланы нисек бар шулай ҡабул итеү - ата-әсәнең бала тәрбиәләүҙә төп принциптарының береһе. Оло ғаиләлә спортсылар, отличниктар ҙа бар.

Әле бында 4 йәштән 21 йәшкә тиклемге 30 бала йәшәй. Уларҙан 18 ул һәм 12 ҡыҙ. Бишәүһе - инвалид, дүртәүһе - психик үҫеше боҙолған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в