Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август , 07:15

"Үлтерәм, тураҡлайым!"

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 44 йәшлек ир таныш ҡатындан аҡса алып торған. Ҡатын бурысты ҡайтарырға һорап килгәс уның улын үлтереү менән янаған. Был хаҡта республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.

"Үлтерәм, тураҡлайым!"
"Үлтерәм, тураҡлайым!"

Полицияла белдереүҙәренсә, ҡатын бурыслы янына Академик Королев урамына килгән була. Бер аҙҙан әсәһен саҡырырға уның үҫмер улы иптәше менән килә. Асыулы ир балта алып, балаларҙы «Үлтерәм, тураҡлайым!» тигән һүҙҙәр менән баҫтыра башлай. Бәхеткә күрә, ул малайҙарҙы ҡыуып етә алмай, ғәйепләнеүсе үҙ фатирына ҡайта. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен ваҡиға шаһиттарының береһе саҡырған.

«Ирҙең әйтеүенсә, малайҙарҙы үлтереү ниәте булмаған, ул уларға янарға ғына теләгән. Ғәйепле енәйәт ҡылыуын тулыһынса таныған. Әле боласыға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 119-сы статьяһы буйынса ғәйепләү белдерелгән. Уға ике йылға тиклем төрмә янауы мөмкин», - тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в